Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Октябрь 2022, 15:43

Башҡортостандан 25 уҡытыусы Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашты

"Миңә Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Тәрбиәләү алымдары тураһында күп нәмә белдек, коллегалар менән аралаштыҡ - был иң ҡиммәтле тәжрибә”.

Башҡортостандан 25 уҡытыусы Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнаштыБашҡортостандан 25 уҡытыусы Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашты
Башҡортостандан 25 уҡытыусы Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашты

22 һәм 23 октябрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумы үтте. Унда Рәсәй төбәктәренән конкурс буйынса һайлап алыу турын үткән 1300 йәш һәм тәжрибәле уҡытыусы ҡатнашты. Бөтәһе 67 125 заявка бирелгән. Республикабыҙҙан форумда 25 класс етәксеһе ҡатнашты.

Ғафури районының Табын коррекция мәктәп-интернаты уҡытыусыһы Гөлшат Вәхитова форум эшендә икенсе тапҡыр ҡатнашты.

- Беренсе форум йомғаҡтары күрһәтеүенсә, был илһам биләмәһе лә: ҡайһы бер педагогтар класс проекттарын булдырған йәки тормошҡа ашыра ла инде. Форумда улар үҙҙәренең һөҙөмтәләре һәм пландары менән уртаҡлашты”, - тип һөйләне Гөлшат Вәхитова.

Иглин районы Иглин ауылының 5-се мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Карина Әғәҙуллина уҡытыусы-новаторҙар менән танышыу өсөн форумға юлланды. Рәсәй педагогтары өсөн был асыҡ диалог һәм тәжрибә уртаҡлашыу, һөҙөмтәле һөнәри берләшмә булдырыу майҙансығы, тип иҫәпләй уҡытыусы.

Алһыу Асҡарова - 1-се республика полилингваль гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы.  "Көтөүҙәрем бушҡа булманы. Байтаҡ файҙалы мәғлүмәт алдыҡ - хәҙер уҡыусыларым менән бергәләп үҙ проекттарымды тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт кәрәк", - тип  форумдан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Миңә Бөтә Рәсәй класс етәкселәре форумында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Тәрбиәләү алымдары тураһында күп нәмә белдек, коллегалар менән аралаштыҡ - был иң ҡиммәтле тәжрибә”, - тине Нефтекама ҡалаһындағы Республика инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Зимфира Йосопова.

Уҡытыусылар - база ҡиммәттәренә нигеҙ һалған һәм тотош быуынға тормош йүнәлеше биргән кешеләр. Сәғәттең дөрөҫлөгөн тикшереп, уларҙың заман талаптарына яуап биреүенә инаныу, әлбиттә, улар өсөн бик мөһим. Уҡытыусыларҙың форум хаҡында фекерҙәре быға дәлил.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас