Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Октябрь 2022, 14:31

Мобилизацияланғандар ОСАГО-ның аҡсаһын ҡайтара ала

Бының өсөн йәлеп ителгән кешегә тейешле ғариза менән...

Мобилизацияланғандар ОСАГО-ның аҡсаһын ҡайтара алаМобилизацияланғандар ОСАГО-ның аҡсаһын ҡайтара ала
Мобилизацияланғандар ОСАГО-ның аҡсаһын ҡайтара ала

Рәсәй банкы йәмәғәтселек тикшереүенә документ проектын тәҡдим итте, ошоноң арҡаһында мобилизацияланыусылар ОСАГО килешеүен ваҡытынан алда өҙөп, файҙаланылмаған осорҙа полис хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтара ала.

Бының өсөн йәлеп ителгән кешегә тейешле ғариза менән страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уны страховка компанияһы офисында ла, шулай уҡ полистың нисек һатып алыныуына ҡарамаҫтан, уның сайтындағы шәхси кабинет аша ла бирергә мөмкин.

Мобилизацияланған кеше өсөн ОСАГО полисынан ваҡытынан алда баш тарта ала. Унда договорҙы ваҡытынан алда өҙөү хоҡуғы яҙыласаҡ.

Проект буйынса тәҡдимдәрҙе һәм иҫкәрмәләрҙе 2022 йылдың 10 ноябренә тиклем Рәсәй банкына ебәрергә мөмкин. Күрһәтмә ноябрь аҙағында үҙ көсөнә инер тип күҙаллана. 2022 йылдың ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда ОСАГО полисының уртаса хаҡы - 5,7 мең, Рәсәй буйынса 6,2 мең һум тәшкил иткән, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Милли банкында.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас