Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 16:36

Гөлшат Саматованың ижад кисәһе үтте

Юбилярҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләргә Өфөнән бер төркөм яҙыусылар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре лә килгәйне.

Гөлшат Саматованың ижад кисәһе үттеГөлшат Саматованың ижад кисәһе үтте
Гөлшат Саматованың ижад кисәһе үтте

Гөлшат Саматованың исеме республика матбуғатын алдырып барыусыларға яҡшы таныш. Уның күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәлтер шиғырҙары, уйға һалырлыҡ хикәйәләре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Гөлшат Саматова — өс китап авторы, хеҙмәт ветераны, нескә хисле ҡәләм эйәһе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Дәүләкән районында абруйлы шәхес.
Шуға ла Гөлшат Саматованың етмеш йәшлек юбилейы айҡанлы Дәүләкән ҡалаһы балалар китапханаһында уҙғарылған ижад кисәһендә йылы һүҙен еткерергә теләүселәр байтаҡ ине. Юбилярҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләргә Өфөнән бер төркөм яҙыусылар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре лә килгәйне.

Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов үҙ сығышында Гөлшат Саматованың ни тиклем оло йөрәкле, яҡташтарына ярҙамсыл, ғәҙел кеше булыуын баһалап үтте. Ауылдаштары уның оҙайлы йылдар Мәкәш ауыл хакимиәтендә эшләгән осорҙа үҙен тик кеселекле, кешелекле булыуын йөрәкһеп һөйләне. Уға ниндәй генә кеше - ниндәй генә мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итмәһен, Гөлшат Ҡотлахмәт ҡыҙы һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙған, кәрәк саҡта терәк булған, шуның өсөн уны бөтөн район ихтирам иткәнен билдәләп үттеләр.

Гөлшат ханым ғүмер буйы әҙәби ижадҡа ынтылған, шуғалыр ҙа уның барлыҡ хыялдары һөйөклө ҡыҙына - күренекле шағирә, журналист Лариса Абдуллинаға күскән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас