Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 16:23

Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизациялау буйынса бурыс үтәлде

Республика етәксеһе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Башҡортостан халҡына ихтирам һәм рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизациялау буйынса бурыс үтәлдеРадий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизациялау буйынса бурыс үтәлде
Радий Хәбиров: Башҡортостанда өлөшләтә мобилизациялау буйынса бурыс үтәлде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тура бәйләнешендә өс балаһы булған граждандарҙы саҡырыу буйынса һорау булғайны.

Республика етәксеһе махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән Башҡортостан халҡына ихтирам һәм рәхмәт белдерҙе. Төбәк Башлығы саҡырылғандарҙы оҙатыуын һәм ирҙәрҙең ғаиләләре менән хушлашыуын күреүен әйтеп үтте. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле урындарға юллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Һис шикһеҙ, махсус хәрби операция зонаһына киткән һәм 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған ҡатындарҙы аңлайым. Беләһегеҙме, мин ҡарар ҡабул иттем, һәм ул дүшәмбенән алып үтәлде. 16 йәшкә тиклемге өс балаһы булған, хәрби әҙерле урындарында ултырған балаларға ҡағылғанда, уларҙы кире ҡайтарабыҙ. 200-ләгән кешене кире ҡайтарҙыҡ. Әммә «алмаштырыу» һүҙен файҙаланыу мөһим, сөнки мобилизация бурысын үтәргә тейешбеҙ. Һәр саҡ әйтәм - был ғәҙел. Ике бала ла - ғәҙел. Юридик нормаларҙы үтәү бик мөһим. Оборона министрлығының бының нисек эшләнеүе тураһында аңлатмаһы бар. Был йәһәттән ҡуйылған бурысты үтәнек, егеттәр кире ҡайтты. Әммә уларҙың урынына хәрби хеҙмәткә саҡырыу өсөн бындай сикләүҙәре булмаған егеттәрҙе ебәрҙек.

Был бурысты беҙ төплө  үтәнек. Һәм хәрби округ зонаһына үткән егеттәргә оло хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдергем килә. Мин үҙем дә уларҙы бер нисә тапҡыр оҙатып йөрөнөм һәм уларҙың нисек булғанын күрҙем - улар, моңһоуланып, ғаиләләре менән хушлаша. Улар туристик сәйәхәткә түгел, ә ғүмер һәм һаулыҡ өсөн хәүефле булған ергә юллана. Ләкин улар шул тиклем лайыҡлы китте һәм уларға рәхмәт. Хәҙерге көндә коллегаларым да мине ишетә, ғаиләләренең хәстәрлеге хаҡында эш алып барарыға тейешбеҙ. Бөтә көсөбөҙҙө ташларбыҙ», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика халҡы менән дүртенсе тура бәйләнеш үткәрә. Тура бәйләнеш трансляцияһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Башҡортостан 24, «Бөтә Өфө», «Сәләм», «Сәләм», «Рәсәй 24» телеканалдарында һәм «Рәсәй радиоһы», «Юлдаш» радиостанцияларында, шулай уҡ Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарағыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас