Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Октябрь 2022, 12:37

Әтлек

ӘтлекӘтлек
Әтлек

 

Урманда, ҡайын төптәрендә, аҡландарҙа төрлө үләндәр, матур - матур ҡыр гөлдәре араһында аҡһыл зәңгәр ҡыңғырау сәскәләр үҫә. Сәскәләре һабағы буйлап теҙелеп киткән. Һабаҡтарҙың төҙ генә, тура ғына ултырғанын күргәнем юҡ. Суғым сәскәләренә нәҙек һабаҡтарҙың көсө етмәйҙер, күрәһең. Еләҙ* генә мәлдәрҙә ҡыңғырауҙар, бер - береһенә бәрелеп, зың - зың, сың - сың тауыш сығарғандай тойолоп китә. Баштарын эйгән был сәскәләрҙән тирә - яҡҡа ниндәйҙер серлелек ипкене тарала кеүек. Бына ошо наҙлыҡай сәскәле матур үҫемлектең - үләндең - бала саҡта гел ишеткән ӘТТЕК икәнен аҙаҡ ҡына белдем.

...................................................................... 

Әсәйемдәрҙең, инәйҙәрҙең, олатайҙарҙың "Әттек ашап үҫтек", "Әттек астан үлтермәне беҙҙе", "Һуғыш ваҡытында икмәк булды инде беҙгә әттек" - тип һөйләгәндәрен ишеткеләй инем, тыңларға ла, уҡытыусы булып эшләй башлағас, һөйләтеп алырға ла тура килде. 

- Хәҙер бармы ул әттек? Ул ниндәйерәк була? - тип һораша, ҡыҙыҡһына инем.

Инәйҙәр ҡыуанып, кемуҙарҙан аңлата башлайҙар:

- Бар, бар, ништәп бумаһын! Ҡайҙа булған тиһең? Әрһеҙ үлән ул! Хәҙер, кеше теймәгәс, ишшеү ҙә күп ул! Күргәнең барҙыр, моғайын, бесәндектә. Аҡһыл ғына буҙ төҫтәге ҡыңғырау сәскәле үлән. Мал да әллә ни ашап бармай.

 

 Ҡәйнәм күрһәтте әттекте бесән сапҡанда. Ҡырылмаһа ҡырҡ тапҡыр күреп йөрөгән оҙон һабаҡлы ҡыңғырау гөл! Гөлләмә итеп йыйып алған ялан гөлдәре араһында иң тиҙ һулыған сәскәләр... Бесән итеп сабып һалған бакуйҙа ағарып кипкән ҡыңғырауҙар...

Ә исеме сәйер. Әттек. Беҙҙең яҡта ӘТТЕК, әҙәби телдә ӘТЛЕК. "Әттек ҡаҙыу - эттек"- тигән әйтемдәрен әйтмәйенсә хәтирәләре башланманы инәйҙәрҙең.

- Күгүләнгә аяҡ баҫһаҡ, тамаҡтар бер туйып ҡала ине. Әттек эҙҙәп, әллә ҡайҙарҙан йөрөп ҡайта инек.

- Ә ҡайһы ерен ашайҙар һуң уның? 

Ҡуянтубыҡ, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, һөттөкәс, һарына - уҡыусыларым да, беҙ ҙә беләбеҙ нимәһен ашарға, әтлекте иһә ашап ҡарағаныбыҙ юҡ.

Һарынаны сей көйө лә ашап була, бешерәләр ҙә, ә әтлекте сейләй ашап булмай, тинеләр. Бик ентекләп, тәфсилләп һөйләп бирҙеләр.

- Әпкилеп бирһәгеҙ, бешереп ашатыр ҙа инек, тиештеләр.

..........................................................................................................

 

ӘТЛЕК (фәнни русса исеме - бубенчик лилиелистный) - ашарға яраҡлы үҫемлек. Аҡһыл һары төҫтәге тамырын ҡаҙып алалар. Тамыры тәрәнгә китә, ҡаҙып алыуы еңелдән түгел. Бының өсөн салғынан САЛЫР (КӘСЕР БЫСАҠ, "коса" һүҙенән) эшләп алғандар. Тотҡалы, яҫы, осона ҡарай тағы ла яҫыртыңҡырап эшләнгән бысаҡ. Салыр менән әтлектәрҙең тамырҙарын соҡоп алалар. тап - таҙа итеп йыуып, турап, киҫкеләп, мейестә киптерәләр. Шул тамырҙы ҡул тирмәнендә тартып, он итәләр. Колхоздан норма менән генә бирелгән ашлыҡтың (әгәр ул булһа, әлбиттә) ҡурмасын да тартып, әттек онона ҡушып, ҡамыр баҫалар, күмәс бешерәләр.

- Йә көлсә бешерәбеҙ, мулыраҡ булһа, икмәк итеп бешереп ашайбыҙ. Әттек бумаһа, һуғыш ваҡытында астан үленер ине ул... Бөтәһе лә фронтҡа, бөтәһе лә - еңеү өсөн, тип, итен - майын, игенен - ашлығын ҡырып - һепереп алып торҙолар инде, ҡалайтаң... Һуғыш бит. Беҙгә ни, үлмәһен дә, туймаһын да, тигән һымаҡ ҡына бирелде нурмы. Ярай әле, әттек булды. Дауаһы ла булғандыр инде, ул тиклемен ул саҡта кем белһен. Тере ҡалдыҡ, Аллаға шөкөр.

Кем иң тәүҙә белеп ҡалды икән әтлектең туйымлыҡ тамаҡ икәнен? Әүлиә йән булғандыр ул. 

Нәфис кенә ҡыңғырау сәскәле урман гөлө әтлек! Рәхмәт һиңә!

 

*Еләҙ(диап. Ел әҙ) - еләҫ.

Таңһылыу Ҡарасурина.

20.10.22.

Байым.

Автор:
Читайте нас