Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 16:50

Башҡортостанда бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды

Тимәк, уның дауамлығы элеккесә өс ай түгел, ә ике ай тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамландыБашҡортостанда бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды
Башҡортостанда бөгөн өлөшләтә мобилизация тамамланды

Башҡортостанда бөгөн, 28 октябрҙә, төбәк өсөн билдәләнгән планды үтәүгә бәйле өлөшләтә мобилизация тамамланды. Хәрби комиссар Михаил Блажевич саҡырыуҙың нәҡ ошо дата аҙағына етеүе тураһында хәбәр итте.

Республикабыҙҙа йәшәүсе мобилизацияланған граждандарҙы уҡыу частары урынлашҡан биш ҡалаға - Пензаға, Һарытауға, Өфөгә, Еланға һәм Вольскиға ебәрҙеләр.

Уҙған көндәрҙә "Тура бәйләнеш" барышында Радий Хәбиров төбәктә запастағы яугирҙәрҙе оҙатыу процесы ойошҡанлы барҙы тип билдәләне. Ул, үҙенең дә саҡырылғандарҙы оҙатҡанын һәм ирҙәрҙең ғаиләләре менән хушлашыуын күргәнен айырып әйтте.

Владимир Путин 21 сентябрҙә өлөшләтә мобилизациялау хаҡында иғлан итте. Рәсәй Оборона министрлығы планы буйынса 300 мең кешене саҡырырға тейеш инек. Тәүгеләрҙән булып Мәскәү мэры Сергей Собянин саҡырыуҙың тамамланыуы хаҡында иғлан итте. Чиновниктың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡуйылған бурыстар 17 октябргә тулы күләмдә үтәлгән.

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыштың башланыуы бер айға күсерелде. 1 ноябрҙән егеттәрҙе ашығыс хеҙмәткә ебәрәләр. Көҙгө саҡырыу кампанияһы, ғәҙәттәгесә, 31 декабрҙә тамамлана. Тимәк, уның дауамлығы элеккесә өс ай түгел, ә ике ай тәшкил итәсәк.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас