

Башҡортостанда эске туризм үҫешә
БР етәксеһе 27 октябрҙә булып үткән тура эфирҙа халыҡты ҡыҙыҡһындырған мөһим һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡайһы бер һорауҙар эске туризмға ҡағылды.
2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төбәктә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла. Ул республикала урынлашҡан ҡыҙыҡлы туристик объекттар буйлап бер көнлөк экскурсияла йөрөүҙе күҙ уңында тота. Был программа киләһе йыл ике тапҡыр күберәк өлкән кешене йәлеп итәсәк.
Башҡортостандың туристик индустриялар союзы рәйесе етәксеһе Кинйә КҮСКИЛДИН был йәһәттән үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Кисә тура бәйләнеш барышында Радий Фәрит улы Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә бәйле һорауҙарға ла иғтибар бүлде. Урал аръяғында – Белорет, Учалы райондарында урынлашҡан туристик объекттар яңы һулыш кисерәсәк, беҙҙең өсөн был бик ҡыуаныслы хәл. Ирәмәл тауы итәгендә туризмды үҫтереү буйынса уҙасаҡ йыйылышта ла тармаҡтағы проблемаларҙы хәл итеү юлдары барланасаҡ, конкрет тәҡдимдәр ҡараласаҡ, – тип белдерҙе Кинйә Сәғит улы. – Октябрь революцияһы урамын туристар өсөн уңайлы итеп төҙөкләндереү ҙә көн ҡаҙағында. Республика башлығы был мәсьәләгә етди иғтибар бүлә. Өфө ҡунаҡтары бында башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, мәҙәниәтен, тарихын тулыһынса күҙ алдына баҫтырһын, милли ризыҡтарын ауыҙ итһен өсөн төрлө күргәҙмәләр, йәрминкәләр эшләйәсәк. Был, бер яҡтан, ҡаҙнаға өҫтәмә килем йәлеп итһә, икенсенән, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Әлеге үҙенсәлекле объектты беҙ әле уңышлы эшләп килгән туристик маршруттарға ҡушасаҡбыҙ. Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө төбәктәренән килеүселәрҙе йәлеп итерлек ошондай урындар күберәк булһа, республикабыҙ үҙенең туристик потенциалын тулыһынса күрһәтә алыр ине.