Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
28 Октябрь 2022, 06:40

Декабрист гөлөн нисек сәскә аттырырға?

Һалҡында торғанда ғына ул сәскә бөрөләре сығара.

Декабрист гөлөн нисек сәскә аттырырға?Декабрист гөлөн нисек сәскә аттырырға?
Декабрист гөлөн нисек сәскә аттырырға?

Был гөлдө хәҙер 8-10 градус йылы булған урында тоторға. Уға хәҙер һалҡын һауа кәрәк. Ул унда 1 айға яҡын торорға тейеш. Балконға, верандаға сығарып ҡуя алаһығыҙ. 8 сәғәт яҡтылыҡ етә. Һыуҙы 2 аҙнаға бер генә һибергә. Һалҡын һауала торғанда ул сәскә бөрөләре сығара. Бына шул бөрөләре күренә башлағас өйгә керетәһегеҙ. Һәм инде һыуҙы тейешенсә һибә башлайһығыҙ. Шулай уҡ ашлама ла һибергә кәрәк. Кактустар өсөн һәм декоративный гөлдәр өсөн тигән ашламаларҙы сиратлаштырып һибегеҙ. Сығарып ҡуйыр урынығыҙ булмаһа һалҡынсараҡ урынға ҡуйығыҙ. Ундай урынығыҙ бөтөнләй ҙә юҡ икән, тупраҡ өҫтөнә боҙ һалығыҙ (холодильникта махсус һауыттарында боҙ ҡатырырга була).

 

Сығанаҡ: ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас