Бөгөн Мәсетле районы үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы башҡорт гимназияһында "Шоңҡар" республика йәштәр журналы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу үтте. Осрашыу өсөн бик яҡшы сәбәп - "Яҙыл да бүләк от!" акцияһында ҡатнашып, төп бүләкте отҡан Сажиҙә Фәйзрахмановаға бүләген тапшырыу ине.
Журналдың баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов менән Венер Исхаҡов уҡыусыларға китаптарын бүләк итте һәм милли матбуғаттын, журналист һөнәренең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа шулай уҡ ошо районда йәшәп ижад иткән әҙибәләр Тәскирә Даянова, Гөлсирә Шафиҡова сығыш яһаны, журналды яратып уҡыуҙары хаҡында әйттеләр. Ә бүләк отоусы Сажиҙә Фәйзрахманова журналға йыл да яҙылыуы, темалар байлығы тураһында һөйләне.