

Белорет районы Уҫманғәле ауылынан Луиза Ҡотлогилдина йорто утын менән йылытыла. Ғаилә ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙерләнеп өлгөрмәй, төп ярҙамсылары - улдары Фирғәт мобилизациялана.
Ауылдаштар Айназ, Айнур, Илшат Салауатовтар, Иршат, Марат Ғәйнуллиндар, Тимур Шәнгәрәев, Ғаяз Сөнәғәтов, Айрат Әҙелмырҙин, Фидан Усманов, Илфат Ғәлин, ауыл депутаты Рәил Хисмәтуллин мобилизацияға саҡырылған ауылдашы ғаиләһенә - әсәһе Луиза Сибәғәт ҡыҙы һәм үгәй атаһы Ришат Рафаил улына ихлас күңелдән ярҙам итергә килә һәм ике сәғәт эсендә утынды бысып та бирә. Хәҙер уны ярып, өйөп ҡуяһы ғына ҡалған.
Ауыл магазинында һатыусы булып эшләгән Луиза Сибәғәт ҡыҙы ла ауылдаштарының ярҙамына ҡыуана.
- Улым булғанда, әлбиттә, көнкүреш эштәрен күптәнән атҡарып сыҡҡан булыр инек тә бит... Урындағы хакимиәт етәкселеге хәл-торош менән танышып киткәндән һуң, ауылыбыҙҙың ир-егеттәре килеп утыныбыҙҙы бысып та китте, уларға рәхмәт инде, - ти резервсының әсәһе.
Өлөшләтә мобилизацияға алынғанға тиклем Фирғәт Ҡотлогилдин "Белорет йылылыҡ селтәрҙәре"нең Инйәр участкаһында эшләй. Әле ул яҡташтары - белореттар менән Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә.