Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2022, 10:18

Башҡортостан делегацияһы Журналистар союзының сираттағы съезында ҡатнаша

Хеҙмәттәштәремә яҡшы һәм йөкмәткеле сара өсөн рәхмәт! - тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Башҡортостан делегацияһы Журналистар союзының сираттағы съезында ҡатнашаБашҡортостан делегацияһы Журналистар союзының сираттағы съезында ҡатнаша
Башҡортостан делегацияһы Журналистар союзының сираттағы съезында ҡатнаша

29 октябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Журналистар союзының сираттағы съезы үтте. Измайловола "Мәскәү" конференциялар залында барған сараға Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән делегаттар йыйылды.

Башҡортостан исеменән съезда республика Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов етәкселегендәге 10 кешенән торған Рәсәйҙәге иң ҙур делегацияларҙың береһе сығыш яһай. Делегаттар араһында - «Башҡортостан Республикаһы» дәүләт унитар предприятиеһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы вәкилдәре, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы журналистары, республиканың алдынғы киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре. Башҡортостан ойошмаһында бөгөн 1700-ҙән ашыу ағза иҫәпләнә.

Делегаттар өсөн Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт сараларына - «Россия сегодня» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығына, Аргументы и Факты, Комсомольская правда, Мәскәү 24 һәм башҡаларға экскурсиялар ойошторолдо.

- Мәскәүҙәге тәүге эш көнө «Аргументы и факты» редакцияһына, Рәсәйҙең иң ҙур ижтимағи-сәйәси гәзитенә барыуҙан башланды. Ысынлап та, Мәскәү коллегаларынан өйрәнерлек нәмәләре бар. Хеҙмәттәштәремә яҡшы һәм йөкмәткеле сара өсөн рәхмәт! - тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Делегаттарға уҙған осор өсөн отчет тыңлау, көнүҙәк проблемаларҙы һәм эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшереү, уставҡа үҙгәрештәр индереүҙе раҫлау бурысы тора. Шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзының етәксе органдары һайланасаҡ.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас