Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2022, 06:45

Өфө тимер юл вокзалында ниңә башҡортса хәбәр итмәйҙәр?

"Мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм".

Өфө тимер юл вокзалында ниңә башҡортса хәбәр итмәйҙәр?Өфө тимер юл вокзалында ниңә башҡортса хәбәр итмәйҙәр?
Өфө тимер юл вокзалында ниңә башҡортса хәбәр итмәйҙәр?

Башҡортостанда йәшәүсе Илнур Рамазанов тура бәйләнеш барышында Радий Хәбировтың иғтибарын Өфө тимер юл вокзалында поездарҙың йөрөүе тураһында башҡорт телендә хәбәр итмәүҙәренә йүнәлтте, сөнки ул баш ҡала вокзалының визит карточкаһы тип иҫәпләнде. Рус һәм инглиз телдәрендә генә иғлан итеүҙәр ҡалған.

Радий Хәбиров шунда уҡ бының уның өсөн яңылыҡ булыуын билдәләне.

– Мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм, эштең нимәлә икәнлеген асыҡлаясаҡмын. Беҙҙең аэропортта башҡорт һәм рус телендә иғлан итәләр. Быны шәхсән тикшергәнем бар. Әгәр тимер юлы вокзалында был юҡ икән, тимәк дөрөҫ түгел, – тине ул.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас