Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2022, 05:43

Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған?

Башҡортостан Башлығы өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған?Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған?
Мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ниндәй өҫтәмә ярҙам саралары ҡаралған?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына һәм уларҙың ғаиләләренә өҫтәмә ярҙам саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары йортҡа газ үткәреү өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Мобилизация осоронда улар шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәргә түләүҙән азат ителә.

Тағы ла бер ярҙам сараһы - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре тарафынан торлаҡ йорттарҙы һәм башҡа йорт алды ҡаралтыларын йылытыу өсөн һатып алынасаҡ урман үҫентеләренең льготалы хаҡын билдәләү.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас