+21 °С
Болотло


Синоптиктар фекеренсә, 2022 йылдың ноябрендә Башҡортостанда һауа торошо уҙған йылдарҙағынан артыҡ айырылмай. Температураның һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестәргә яҡын булыуы көтөлә.
Ноябрҙә уртаса температура көндөҙ -2, төндә иһә -5 градус була.
Ай дауамында республиканың үҙәк райондарында башлыса болотло һауа торошо көтөлә. Көндәрҙең күбеһе яуым-төшөмлө булыуы ихтимал.