

Әлшәй районының Михайловка ауылы егете Илнур Дәүләтов был донъяла киң билдәлелек яуларға ла һәм миллиондар эшләргә лә ынтылмай. Ә ни бары ерҙә изгелек ҡылып йәшәй һәм үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға теләй.
Бер нисә йыл элек Илнур оло йәштәге ауылдаштарына ярҙам итергә тотона. Үҙе йәшәгән Михайловка һәм күрше Уваровка ауылдарында йәшәгән пенсионерҙар уға шылтыратыуы була, ул шунда уҡ ярҙам талап ителгән урынға барып та етә.
Илнур участка һайлау комиссияһы рәйесе һәм хат ташыусы булып эшләй. Бал ҡорто үрсетә, оло йәштәге әсәһен ҡарай. Ауыл халҡы магазин, дарыухана, мәктәп һәм клуб булмаған, ҡышын цивилизациянан бөтөнләй тиерлек өҙөлгән, ҡайһы саҡта юлһыҙ-утһыҙ йәшәүгә күнеккән. Әммә ауылдың төп халҡы — башлыса өлкән йәштәгеләрҙең бындай шарттарҙа донъя көтөргә көсөнән килмәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә Илнур ауылдаштарына ярҙам итә башлаған.
Илнур Өфөлә өс йыл «Башавтотранс»та эшләгәндән һуң ауылға ҡайта. 2008 йылда хат ташыусы булып эшкә урынлаша. Тап шул ваҡытта Михайловканы хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәр район үҙәгенә күсеп китә. Илнур ярты йыл самаһы почта бүлексәһендәге эште социаль хеҙмәткәр вазифаһы менән бер рәттән алып бара. Пенсионерҙарға аҙыҡ-түлек ташый, йорт-ҡура эштәрендә ярҙамлаша һәм оҙаҡламай ауыл ҡарттарына тамам эҫенә. Ололар ҙа Илнурҙың һәр эште еренә еткереп, күңел менән башҡарыуын оҡшата, уны үҙ итә, үҙ улылай күрә башлайҙар. Илнур Дәүләтов ысынлап та эш айырып тормай, хатта иҙәндә бер бөртөк саңды ла ҡалдырмай йыуып ҡуя.
Ауылда халыҡ кәмегәс, социаль хеҙмәткәр вазифаһын ҡыҫкарталар, әммә, шуға ҡарамаҫтан, Илнур ололарға ярҙам итеүен ташламай.
— Квитанциялар алып киләм, ә олатай-инәйҙәрем мине исемлек менән көтә: миңә кабель телевидениеһы, электр, газ өсөн аҡса түләргә, икмәк, башҡа аҙыҡ-түлек йәки дарыуҙар килтерергә кәрәк. Йәки район үҙәгендә һөт һатып алыусылар табырға йә бесәнгә заказ бирергә, машина менән район үҙәгенә алып барырға кәрәк, - ти Илнур. – Беҙҙең ауыл бәләкәй, бер нисә кеше ҡалды, ҡыш бында барырға ярамай. Йәйгеһен ололарға балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йыш килә, ә башҡа миҙгелдә — ул тиклем күп түгел. Хаҡлы ялдағыларҙың күбеһе һикһәнде үткән, уларҙы нисек яңғыҙ ҡалдыраһың?
Илнур ололарға гәзит менән килә, ә улар өйгә саҡырып, һөйләшеп ултырыуҙы һорай. Кемдер был донъяла бөтөнләй яңғыҙ ҡалыуы, кемдер ҡалала ейәне тыуыуы, балаларының яңы вазифаға үрләүе хаҡында һөйләргә ашыға. Әгәр йәшлек тураһында һүҙ башлана икән, һөйләшеү ярты көнгә һуҙылыуы ихтимал. Геройыбыҙ барыһына ла көнөнә кәмендә биш-ун минут булһа ла ваҡыт бүлергә тырыша.
— Миңә йыш ҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә тура килде. Төп белеме буйынса Илнур — ветеринар, шунлыҡтан ҡулы еңел. Ул тиҙ арала фельдшерға мөрәжәғәт итә, ҡан баҫымынае йәки ауыртыуҙы баҫа торған кәрәкле инъекция ҡуя. Бер тапҡыр кис бер инәйҙең ашҡаҙаны ауырта һәм ул Илнурға ярҙам һорап шылтырата. Килеп еткәс, инәйҙең ҡаты бешерелгән йомортҡаны онотоп, ашағаны асыҡлана, ә уға был ярамаған була. Фельдшер телефондан ниндәй инъекция яһарға кәрәклеген әйтә. Шунан Илнур оҙаҡ ҡына уның түшәге янында һөйләшеп ултыра. Тик төн уртаһында ғына ауыртыу баҫылып, йоҡлап китә алғас ҡына Илнур ҡайтырға сыға.
— Уларға хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Арыһам да, үҙемде насар тойһам да, пландарым булһа ла, иң тәүҙә ярҙамға барам. Ә бит мин уларҙың күҙ алдында үҫтем, ваҡытына ҡарамай, колхоз, ауыл тип, таң һарыһынан ҡара кискә тиклем нисек эшләгәндәрен хәтерләйем. Хәҙер мин уларға ваҡытымды бүләм, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итәм, — ти Илнур Дәүләтов.
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, иртәме-һуңмы, ул ваҡыт барыбыҙға ла килеп етә. Шулай итеп, Илнур ҡайһы бер йорттар эргәһенән үтеп барғанында был өләсәйҙең уны һөйкөмлө итеп «улым» тип атағанын һәм үләндәр менән иң тәмле сәй ҡайнатып эсергәнен, йәки был иҫке генә йортта йәшәгән ҡарттың уның менән умартасы хәйләләрен уртаҡлашҡанын иҫенә төшөрә.
Ильнур әсәһе Нәсимә Сәрүәр ҡыҙы тураһында йылмайып һөйләй:
— Күптән түгел Раевкала йорт һатып алдым, әммә Михайловканы ташлап китә алмаясаҡмын. Тынлыҡ, изге күңелле, яҡын дуҫтарымдай кешеләр бар. Дүрт диуарға ҡарап ултыра алмайым, ә миңә бында булырға кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә бер төркөмдө етәкләйем, унда Михайловка тормошо тураһында фотоһүрәттәр урынлаштырам. Ҡайһы саҡта Раевкала ирекмән булып эшләйем, — ти Илнур Дәүләтов.
Улар шулай йәшәй: өс төпкөл ауылды хәстәрләгән Илнур һәм уның ике тиҫтә олатай-инәйҙәре. Ҡан туғандар түгел, бер-береһенә кәрәкле кешеләр. Күрәһең, геройыбыҙ бәхет формулаһын тапҡан: бәхетле булыу өсөн кемделер бәхетле итергә кәрәк.
Белешмә: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы «Маҡсат» башҡорт йәштәре хәрәкәте менән берлектә «Ярҙам — время добрых дел» проекты буйынса республикабыҙҙа йәшәгән геройҙар тураһында һөйләүҙе дауам итә.