Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2022, 08:55

«Буҙа –йәнгә дауа»

Хәйбулла районынан  Әлфиә Насырйән ҡыҙы был эсемлектең серҙәре менән уртаҡлашты. 

«Буҙа –йәнгә дауа»«Буҙа –йәнгә дауа»
«Буҙа –йәнгә дауа»

«Буҙа –йәнгә дауа»

Ошондай исем аҫтында Хәйбулла районы  Атингән ауылында үҙенсәлекле сара үтте. Уның барышында ошо ауылда йәшәүсе Әлфиә Насырйән ҡыҙы шифалы эсемлекте әҙерләү нескәлектәре менән уртаҡлашты, эсемлектең файҙаһы тураһында бәйән итте.
Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала. Ул шыттырылған һәм төйөлгән арпанан, һуңғараҡ ҡурылған һәм онталған һоло ҡушылған бойҙайҙан әҙерләнгән. Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.

 

Сығанаҡ: 

Автор:
Читайте нас