Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2022, 16:05

Егеттәр күперҙе йүнәтеп тә ҡуйҙы

"Ағас алырға үҙенең техникаһы менән ярҙам иткән Ғайса Ғәлинға, ярҙам иткән бөтә егеттәргә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ", - ти ауыл халҡы.  

Егеттәр күперҙе йүнәтеп тә ҡуйҙыЕгеттәр күперҙе йүнәтеп тә ҡуйҙы
Егеттәр күперҙе йүнәтеп тә ҡуйҙы

Ғафури районындағы Ҡаранйылға ауылы шөһрәтле ғалим, полиглот, яҙыусы Жәлил Кейекбаевты биргән төбәк булараҡ билдәле. Ауыл тәбиғәттең ғәжәп матур бер мөйөшөндә урынлашҡан. Тирә-яҡтан бейек тауҙар, ҡалын урмандар уратып алған. Ауыл эргәһенән Мәндем йылғаһы аға, ә ауылда уртаға бүлеп Ҡаранйылға шишмәһе көй һуҙа. Ошо көндәрҙә

Шамил Вахитов етәкселегендәге ауыл егеттәре өмә эшләп, Ҡаранйылға шишмәһе аша күперҙе бына тигән итеп яңыртып ҡуйҙы. Ярҙамға ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҡушылды - һәр береһе аҡсалата ярҙам итергә тырышты. "Ағас алырға үҙенең техникаһы менән ярҙам иткән Ғайса Ғәлинға, ярҙам иткән бөтә егеттәргә ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ", - ти ауыл халҡы.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас