Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2022, 15:06

Хәйбулла батырына "Лада Гранта" асҡысы тапшырылды!

"Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә.

Хәйбулла батырына "Лада Гранта" асҡысы тапшырылды!Хәйбулла батырына "Лада Гранта" асҡысы тапшырылды!
Хәйбулла батырына "Лада Гранта" асҡысы тапшырылды!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылғы уңыш йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән 10 комбайнсыға «Лада Гранта» автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. Республиканың иң яҡшы игенселәрен бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү барышында уҙҙы.

"Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, - тине Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә. - Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа һеҙ дәүләт кимәлендәге мөһим бурысты - илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүҙе хәл итәһегеҙ. Һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр республикала игендән рекордлы - 5,2 миллион тоннанан ашыу уңыш үҫтерелгән. 1,2 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған, 320 мең тонна көнбағыш майы орлоғо йыйып алынған. Был - рекорд күрһәткес".

Төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, уңыш йыйыуҙа абсолют лидерҙар - Стәрлетамаҡ районы аграрийҙары, улар 300 мең тоннанан ашыу иген һуҡҡан. Республиканың тағы алты районы тәүге тапҡыр 200 мең тоннанан ашты.

Йола буйынса, ураҡ геройҙарына автомобилдәр бүләк ителә. Конкурс иген йыйыу комбайны, үҙйөрөшлө сапҡыс операторҙары, сөгөлдөр йыйыу комбайны водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ аграр университет студенттары һәм уңыш йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән ауыл хужалығы белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында уҙғарыла.

Республика конкурсының төп бурыстарының береһе - әхлаҡи һәм матди ҡыҙыҡһыныуҙы, механизатор һәм водитель профессияһының статусын, уңыш йыйыуҙа мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең социаль яҡланғанлығын арттырыу.

Күгәрсен районының «Толмачев» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Павел Толмачев, Борай районынан фермер хужалығы етәксеһе Динәрик Шакиров, "Ашҡаҙар" ауыл хужалығы предприятиеһының Мәләүез механизаторы Артур Абдуллин, шулай уҡ СССР-ҙың өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ булған, Хәйбулла районының «Закиров» крәҫтиән-фермер хужалығы механизаторы Сәхиулла Билалов «Лада Гранта»нан асҡыстар алды. Бынан тыш, «Ярославка» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Дыуан механизаторы Константин Гладких автомобиль асҡысы алды.

Әйткәндәй, Константин Гладких - Дыуан районы механизаторҙары династияһынан комбайнсы, биш бала тәрбиәләй. Күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн хужалыҡ идараһы һәм район наградалары менән күп тапҡыр наградланды.

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы уҡыусыһы Илнар Ғизәтуллин студенттар араһында иген урыу комбайнының иң яҡшы операторы тип танылды. Етештереү практикаһы ваҡытында үҫмер Ауырғазы районының «Уңыш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәткән.

Быйыл Шишмәнең «Агро-Альянс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы Николай Карпов Башҡортостандың иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайны операторы булды.

«Иң яҡшы үҙйөрөшлө сапҡыс операторы» номинацияһында «Үҙәк» машина-технология станцияһының Дүртөйлө филиалы механизаторы Зәбир Ғилметдинов еңде, уның тармаҡта эш стажы 41 йыл тәшкил итә.

Иң яҡшы йөк автомобиле водителе - «Башкир-Агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Шишмә бүлексәһе водителе Айҙар Байков. «Иң яҡшы туңға һөрөү механизаторы» номинацияһында Тәтешле районының «Крупская» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы, тармаҡта 35 йыл эш стажы булған Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Радик Бакиров еңде.

«Намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, именлек теләйем. Ерҙәге хеҙмәт һәр саҡ һеҙгә шатлыҡ һәм муллыҡ килтерһен», - тине Радий Хәбиров агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен ҡотлау тантанаһында.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас