+21 °С
Болотло


Аят уҡытырға әҙерләнгәндә бәхәс килеп тыуҙы: ризыҡты өҫтәлгә ҡасан ҡуйырға? Төрлө район кешеләрге йыйылғас,төрлөсә фекерҙәр яңғыраны. Кемдер аят уҡылғас ҡына өҫтәл ултыртыуҙары тураһында әйтте. Йәнәһе, кеше аятты тыңламай, өҫтәлдәге ризыҡҡа ҡарап, икенсе нәмә уйлап ултыра. Кемдер алдан уҡ табын әҙерләүҙәрен белдерҙе: аҙаҡ кеше көттөрөп тә йөрөмәйһең, аятты ла иркенләп тыңларға була.
Һеҙҙең яҡта нисек? Ҡайһылай дөрөҫ була икән?