

Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошон һәр яҡлап яҡшыртыу маҡсатында ойошторолған был сарала Рәсәйҙә тәүге тапҡыр үткәрелә.
Унда илебеҙҙең12 төбәгенән 50-нән ашыу предприятие ҡатнаша. Конгресс-холдың ҙур майҙанында ойошторолған күргәҙмә сарала ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Радий Хәбиров та күргәҙмә менән танышты. Унда инвалидтарға кәрәкле медицина инвентарҙары, заманса реабилитация үтеү сараларын ҡарарға була.
Мәҫәлән, ресбулика етәксеһе «Девирта» комплексы менән ҡыҙыҡһынды. «Девирта» ҡул һәм аяҡ функцияларын тергеҙергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ Радий Хәбиров Салауат районы Инвалидтарының Рәсәй спорт союзы ойошторған "ҡая"ға үрмәләү күнекмәләрен күҙҙәтте. Әйткәндәй, Салауат районында 50-нән ашыу инвалид төрлө спорт төрө менән әүҙем шөғөлләнә. Йәш рәссәм Алина Маслованың да күргәҙмәһе ситтә ҡалманы.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ "Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар" тигән темаға арналған пленар өлөштә лә сығыш яһаны. Унда Радий Фәрит улы республикабыҙҙан ауыр яҙмыш һынауына бирешмәй, үҙҙәренең эше, тырышлығы, спортта һәм тормошта ҙур уңыштарға өлгәшкән шәхестәрҙе билдәләп үтте һәм уларҙан өлгө алырға саҡырҙы.
Фото: Олег Яровиков, https://www.bashinform.ru