Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2022, 08:08

Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» беренсе төбәк-ара асыҡ форум-күргәҙмәһендә мөһим килешеү төҙөлдө. 

Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөнАуыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн
Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн

Өфөлә асылған «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» беренсе төбәк-ара асыҡ форум-күргәҙмәһендә ил төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша.  Донъя бейеклектәрен яулаған Рөстәм Нәбиев, күп тапҡыр Паралимпия күп чемпионы Римма Баталова һәм башҡалар. Форум-күргәҙмәлә тап шундай көслө ихтыярлы кешеләрҙең ҡаяға үрмәләүен күрергә була. Салауат районында был тәңгәлдә эш күптән алып барыла. Йүрүҙән буйында спорт туризмы буйынса Бөтә Рәсәй фестивале үткәрелеп килә.

Сараның беҙҙә уҙыуы осраҡлы түгел. 2025 йылда Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалғандар өсөн комплекслы ярҙам системаһы эшләй башлаясаҡ. Был хаҡта  форум-күргәҙмәһенлә килешеүгә ҡул ҡуйылды. 

Сарала илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация ҡорамалдары етештергән 50 предприятие ҡатнаша. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала был йүнәлештә эшләгән ойошмаларға ярҙам буласаҡ.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә 2024 йылдың 1 июнендә мөмкинлектәре сиккле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Салют» реабилитация үҙәге асыласаҡ, тине. Әле үҙәктә төҙөлөш дауам итә.

Автор:
Читайте нас