Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2022, 10:58

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Үҙ илен яратҡан, Башҡортостаны өсөн янып-көйөп йөрөгән замандашыбыҙға Хызыр Ильяс юлдаш булһын!

Еңеү менән ҡайтығыҙ!Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановты бөгөн махсус хәрби операция зонаһына оҙаттылар. Уның менән күрешергә, изге теләктәрен еткерергә Шайморатов һәйкәле алдындағы майҙанға халыҡ күпләп килгәйне.  Алыҫ араны яҡын итеп Башҡортостандың төрлө райондарынан йәштәр ҙә, ололар ҙа йыйылғайны. Республикабыҙҙың күренекле шәхестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре батырыбыҙға теләктәшлек белдереп, имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров Азат Бадрановҡа, уның ғаиләһенә, ата-әсәһенә, яҡындарына бындай ауыр минутта рухи көс бирерлек һүҙҙәрен әйтте. Майҙанға йыйылыусылар оҙаҡ ҡына таралмай торҙо. Ҡурайҙа уйнанылар, күмәкләшеп батырҙарҙы данлаған йырҙарҙы башҡарҙылар. Ҡатын-ҡыҙҙар иһә күҙ йәштәрен йәшермәне... 

Илебеҙгә килгән ауыр  осорҙа Азат Бадрановтың ҡыйыулыҡ күрһәтеүе бер яҡтан ғорурлыҡ уятһа, икенсенән - күптәргә өлгө. Үҙ илен яратҡан, Башҡортостаны өсөн янып-көйөп йөрөгән замандашыбыҙға Хызыр Ильяс юлдаш булһын! Еңеү менән ҡайтығыҙ, хөрмәтле Азат Шамил улы. Һеҙҙе яҡын күргән "Шоңҡар"ҙар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас