Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2022, 12:04

Рәсәй Оборона министрлығы Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсүл Кашаповтың махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы тураһында һөйләне

Өлкән лейтенант Кашапов оборонаның алғы һыҙығында танк взводы менән етәкселек итә.

Рәсәй Оборона министрлығы Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсүл Кашаповтың махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы тураһында һөйләнеРәсәй Оборона министрлығы Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсүл Кашаповтың махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы тураһында һөйләне
Рәсәй Оборона министрлығы Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсүл Кашаповтың махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы тураһында һөйләне

Рәсәйҙең Оборона министрлығы махсус хәрби операция барышында Башҡортостандың Асҡын районында тыуып үҫкән Рәсүл Кашаповтың батырлығы хаҡында һөйләне, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Өлкән лейтенант Кашапов оборонаның алғы һыҙығында танк взводы менән етәкселек итә. Украин боевиктары улар яғына йүнәлгәс, Рәсүл Кашапов взводы ут аса. Дошмандың ғәмәлдәре ҡыҫырыҡлана һәм ул тәүге позицияларына сигенә. Яҡташыбыҙҙың аҡыллы эш итеүе, шулай уҡ уның хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы һәм оҫталығы хәрбиҙәргә дошмандың һөжүмен туҡтатырға һәм ауылды һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән.

Рәсүл Әнәс улы 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла танк взводы командиры вазифаһында ҡатнаша. Ике йыл элек Ҡаҙан юғары танк команда училищеһын тамамлай. Өфөлә Рәсүлде өйҙә ҡатыны һәм бәләкәй улы көтә.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас