Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 08:14

Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла

Һис шикһеҙ, Яңы йыл - балалар өсөн был иң күңелле байрам.

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асыла, тип хәбәр итте ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Business FM эфирында. Уны Ағиҙел йылғаһы буйында урынлаштырылыу күҙаллана. Мәүлиев әйтеүенсә, Өфө —миллионлы ҡала, балалар күп. Бынан тыш, республиканың баш ҡалаһына байтаҡ ҡунаҡтар килә. Барыһының да Ҡыш бабайҙан бүләктәр алыу теләге ҙур. «Һис шикһеҙ, балалар өсөн был күңелле байрам. Бөгөн беҙ уның урынын билдәләйбеҙ. Мин үҙем Ағиҙел яры буйында урынлаштырыу яҡлымын, сөнки унда һырғалаҡ та бар, Ҡыш бабай резиденцияһын да шунда асһаҡ, яҡшы булыр ине», — тип иҫәпләй баш ҡала мэры. Резиденция 25 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем эшләр тип көтөлә. https://www.bashinform.ru/
Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла
Өфөлә ҡыш бабай резиденцияһы асыла
Автор:
Читайте нас