Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2022, 08:49

105 йәш!

 Шәмсүрий Йомағолова 1917 йылда Бишбүләк районы Бикҡол ауылында тыуған.

105 йәш!105 йәш!
105 йәш!

 Шәмсүрий Йомағолова 105-се тыуған көнөн билдәләне. Ул 1917 йылда Бишбүләк районы Бикҡол ауылында тыуған. Ғаиләлә дүрт бала булған. Ике ағаһы һуғыштан ҡайтмаған. Шәмсүрийға 3 йәш булғанда, әсәһе, кескәй һеңлеһе холера менән ауырып үлгән. Алты йәшендә иһә атайһыҙ тороп ҡалған. 14 йәшендә тыуған яғына ҡайтып, колхозға эшкә төшкән. 45 йылдан ашыу ырҙын табағында эшләгән. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер йөҙйәшәр инәйҙең дүрт ейән-ейәнсәре һәм туғыҙ бүлә-бүләсәре бар. Әлеге ваҡытта Шәмсүрий Сәйетйәғәфәр ҡыҙы Бәләбәйҙәге балаларында йәшәй, тип яҙҙы район башлығы Азат Сәхәбиев.

«100 йәшен тултырғандан һуң тәүге юбилейын билдәгән инәй легендаға тиң. Шәмсүрий Сәйетйәғәфәр ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан героик быуыны вәкиле ул. Ҡатмарлы тормош юлын лайыҡлы үткәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ , яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген һәм иғтибарын тойоп, тағы ла оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйем», –  тигән теләктәрен еткерҙе Азат Сәхәбиев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-16/zhitelnitsa-bashkirii-shamsuriy-yumagulova-otmetila-105-letie-2900485

Ләйсән Әкимбәтова

Фото:Азат Сәхәбиев/vk.com

Автор:
Читайте нас