+22 °С
Ямғыр


Шаран районы ауылдарының береһенә төндә билдәһеҙ йәнлек ихаталағы 12 ҡаҙҙы быуып, ҡанын эсеп ҡасҡан. Был хаҡта «Башинформ»ға урында йәшәүселәр хәбәр итте.
16 ноябрҙән 17-һенә ҡарай төндә хужабикә ҡаҙҙарын ҡураға индереп бикләгән, иртәгәһенә ҡор-ҡортто һуйырға тейеш булғандар.
Йыртҡыс ҡураға ерҙе өңөп ингән. Һарай янында ҡарҙа ниндәйҙер эҙҙәр табылған. Ошо ауылда йәшәгән урмансы әйтеүенсә, был төлкө түгел, сөнки уның тәпәйе бәләкәйерәк. Шулай уҡ йәтсәгә лә, көҙәнгә лә оҡшамаған, ти ул.