

Башҡорт рәссамы Сулпан Билалованың Ҡазан ҡалаһында ойошторолған "Дала елдәре" күргәҙмәһе декабрь урталарына тиклем эшләйәсәк. Әлеге мәлдә Мәскәүҙә йәшәгән рәссам картиналарында тыуған яғы тураһында һөйләй. Үҙе әйтеүенсә, "кендегем менән бәйләнгән еремә тойғоларымды асам". Күргәҙмәгә картиналар, китаптар, журналдар өсөн эшләгән иллюстрациялары ҡуйылған, шулай уҡ графикалы зал эшләй.
"Сулпан Билалованы күптән беләм. Уның эштәре үҙенең эске ҡеүәте, ҡыйыу яҙмышы менән хайран ҡалдыра. Талантлы һәм һоҡланғыс ижады әһеле менән АРТ-симпозиумда таныштым. Был проект беҙҙең өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән әллә күпме ижадсының исемен асты... Һәм бына иң гәүһәрҙәрҙең береһе - Сулпан Билалова Ҡазанда!", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры советнигы Рәйсә Сәфиуллина.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.