

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандан 41 табипты "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалы һәм Лука Крымский миҙалы менән бүләкләне.
Уларҙы дәүләт башлығы исеменән республика премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында - Шишмә үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевты Венера Әхмәтшина, ашығыс ярҙам табибы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге мөдире Рәмил Ғафаров, Өфөнөң 18-се дауаханаһының рентген бүлеге мөдире Валентина Кулешова, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Вадим Әминев һәм башҡалар.
"Был - һеҙҙең фиҙаҡәр һәм ауыр хеҙмәтегеҙҙе, компетентлығығыҙҙы һәм профессионализмығыҙҙы, кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға индергән ҙур өлөшөгөҙҙө ғәҙел баһалау ул. Ысын күңелдән һеҙҙе ҡотлайым! Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә байтаҡ ресурстар йүнәлтәбеҙ. Быйыл уны финанслау күләме 106 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Бөрөлә һәм Саҡмағошта поликлиникалар асылды. 59 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Яҡынса 1,5 миллиард һумға ҡорамалдар һатып алынды. Медицина учреждениеларына 98 санитар автомобиль тапшырылды. Тағы 18 машинаны йыл аҙағына тиклем тапшырасаҡбыҙ", - тип ҡотланы табиптарҙы Андрей Назаров.
"Башинформ".