+21 °С
Болотло


2022 йылдың 18 ноябрендәге Указы менән Рәсәй президенты ғалимдарҙы фәнгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләкләне. Улар иҫәбендә - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының баш ғилми хеҙмәткәре Венер Вәхитов . Биохимик булараҡ ул бойҙай һәм башҡа үҫемлектәр геномын махсуслаштыра. Биология фәндәре докторы дәрәжәһенә эйә, молекуляр биология профессоры. БДПУ-ла уҡыта. Башҡортостан ғалимы юғары дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" ордены миҙалы менән наградланған.
Ғалимдарҙы юғары ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ, һәм артабан уңыштар теләйбеҙ!
"Башинформ".