

"Был - Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға юлланасаҡ техниканың бер өлөшө. Ул яугирҙарыбыҙҙы көсәйтәсәк һәм уларға махсус хәрби операция бурысын үтәргә ярҙам итәсәк", - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. - Тәүҙән үк хеҙмәт итеү өсөн ирекмәндәрҙе кәрәкле бар нәмә - техника, амуниция һәм башҡа әйберҙәр менән тәьмин итергә һөйләштек. Яҡташтарыбыҙға предприятиеларыбыҙ, республикабыҙҙа йәшәүсе битараф булмаған кешеләр әүҙем ярҙам итә.
Иртәгә был машиналар гуманитар конвой менән бергә махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Йөк составында - ҡышҡы кейем-һалым, балалар өсөн кәрәкле әйберҙәр, посылкалар.
“Беҙҙең яугирҙәргә ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә ҙур рәхмәт!” – ти республика етәксеһе.
"Башинформ".