

Йәрмәкәй районының «Кесе ҡоролтайы» төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә уларҙың Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм Түбәнге Олойылға ауылы уҡыусыларынан бер төркөм Башҡортостандың баш ҡалаһына экскурсияға килгән.
Балалар педагогтар менән бергә көҙгөһөн Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа асылған һәйкәлде ҡараны. Милли геройҙың мөһаббәт образы, Тыуған иле өсөн баш һалған яугирҙәргә бағышланған бихисап сюжеттар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
"Ҡанаттарҙы йәйәбеҙ" республика конкурс-фестивале еңеүселәре ҡатнашлығындағы гала-концерт та күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. "Башҡортостан" дәүләт концер залының ғәжәп йылы ижади мөхите йәрмәкәйҙәргә илһам өҫтәне, яңы еңеүҙәргә ынтылыш бирҙе.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.