Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 13:34

Рәсих Хәмитов: "Битараф ҡалмайыҡ"

Илеш районында урындағы башҡорттар ҡоролтайы менән берлектә ошондай уҡ сара үткәйне.

Рәсих Хәмитов: "Битараф ҡалмайыҡ"Рәсих Хәмитов: "Битараф ҡалмайыҡ"
Рәсих Хәмитов: "Битараф ҡалмайыҡ"

23 ноябрҙә Баймаҡ ҡалаһында мобилизацияланған ир-егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам маҡсатында хәйриә концерты була. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Илеш районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Сибәғәтуллин, "Буранбай" триоһы, урындағы башҡа ижади коллективтар ҡатнашлығында уҙасаҡ.

Илеш районында урындағы башҡорттар ҡоролтайы менән берлектә ошондай уҡ сара үткәйне. Баймаҡтар шуны өлгө итеп алып, күркәм башланғысты дауам итә.

"Битараф булмаған барлыҡ халыҡ, райондағы ойошмалар башланғысты хуплар, дәррәү күтәреп алыр һәм концерт аншлаг менән үтер тигән ышаныстамын", — ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, концертты үткәреү инициаторы Рәсих Хәмитов.

Баймаҡ һәм Илеш райондары хакимиәттәре ярҙамында уҙасаҡ сара Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә 19.00 сәғәттә башлана. Билдәле булыуынса, был ике район инде алтмыш йылға яҡын туғанлыҡ бәйләнештәрен һаҡлай.

https://kurultai.ru/ba/content/3633-rasih-khamitov-ne-ostanemsya-ravnodushnymi/

Автор:
Читайте нас