

Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, Рәсәй халҡы торлаҡта ваҡытлыса булмағанда сүп-сар сығарған өсөн хаҡты яңынан иҫәпләй ала, тип хәбәр ителә Рәсәй хөкүмәте сайтында.
Индерелгән үҙгәрештәр был хеҙмәткә тарифтар яҙылғандар иҫәбенән, шулай уҡ иҫәпләү өсөн торлаҡ биналарының майҙаны иҫәпкә алынған йорттарҙан сығып иҫәпләнгән йорттарҙа йәшәүселәргә лә ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү мөмкинлеге бирәсәк.
Биш календарь көндән ашыу торлағы булмаған кешеләргә, мәҫәлән, отпуск йәки командировка арҡаһында, ҡайтанан иҫәпләп сығарыла. Улар ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙәрҙе яңынан ҡарау өсөн идара итеүсе компанияға ғариза яҙырға һәм юлға сыҡҡандарын раҫлаған документтар тапшырырға тейеш.