Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2022, 10:13

Һөйләшеү әҙәбе

Телефон аша кем менәндер һөйләшә икән, тыңлап тороу – әҙәпһеҙлек

Һөйләшеү әҙәбеҺөйләшеү әҙәбе
Һөйләшеү әҙәбе

Көндәлек тормошобоҙға ныҡлы үтеп ингән кеҫә телефонын ҡулланыуҙың әхлаҡи нормалары бар, уларҙың бер нисәһенә туҡталып үтәйек.

* Мохтажлыҡ юҡ көйө кемгәлер шылтыратып, буш һүҙ менән булыу, файҙаһыҙ һөйләшеү алып барыу, оҙон-оҙаҡ мәғәнәһеҙ шаяртыу һ.б. әҙәп ҡағиҙәләренә һыймай.

* Оҙаҡ һөйләшеү килешмәй: әңгәмәсегеҙҙең ваҡыты тар булыуы, ҡайҙалыр ҡабаланыуы, башҡа берәйһенән шылтыратыу көтөүе һ.б. ихтимал.

* Кемгәлер йә ниндәйҙер ойошмаға тәүге тапҡыр шылтыратаһығыҙ икән, иң беренсе үҙегеҙ менән таныштырыу мөһим. Һөйләшеүҙе һәр ваҡыт хушлашыу һүҙе әйтеп тамамлау зарур.

* Бәғзе берәү телефон аша кем менәндер һөйләшә икән, тыңлап тороу – әҙәпһеҙлек. Был хаҡта Әл-Бохариҙың хәҙисендә лә әйтелә. “Икәү һөйләшеп, өсөнсө уларҙы аҫтыртын рәүештә тыңлап тора икән, ҡиәмәт көнөндә уның ҡолаҡ­тарына ҡыҙған ҡурғаш тултырылыр”, – тиелә унда.

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:
Читайте нас