

Бер егет ата-әсәһе менән әрләшеп, уларҙы рәнйетеп, ата нигеҙен ташлап сығып китә. Әммә ғүмере ул уйлағанса рәхәт кенә бармай. Егет бурыстарға батып, бәләгә тарып, төрмәгә эләгә. Үҙенең ҡылғандары өсөн ныҡ үкенә, төрмәнән сыҡҡас та ата-әсәһе янына ҡайтырға хыяллана.
Тиҙҙән егет иреккә сыға. Әммә ата нигеҙенә бер ни булмағандай ҡайтып инергә ҡыйыулығы етмәй, яҡындарына бик күп ҡайғы килтергәнен ул яҡшы аңлай. Шуға ла егет башта хат яҙырға ҡарар итә: “Әгәр мине ғәфү итһәгеҙ, бергә ултыртҡан алмағасыбыҙға аҡ ҡулъяулыҡ бәйләгеҙ. Өй янынан үтеп барышлай мине ул йортта көтәләрме әллә юҡмы икәнен аңлармын...”
Билдәләнгән көн етә. Егет бала сағы үткән урам буйлап атлай. Һәр аҙым һайын йөрәге нығыраҡ тибә. Боролош эргәһенә еткәс, туҡтап, тын ала. “Шунан, ҡулъяулыҡ булмаһа, ни эшләрмен? Ҡайҙа барырмын?..” — Егеттең башында мең төрлө уй ҡайнай. Бар көсөн йыйып, боролошто үтә. Һәм күҙҙәренә ышанмай! Алмағастың һәр ботағына аҡ ҡулъяулыҡ бәйләнгән. Ата-әсәһе улдары бәләкәй генә ҡулъяулыҡты күрмәй ҡуйһа тип, бөтә ағасты аҡ сепрәккә төрөндөргән...
АТА-ӘСӘ ҺӨЙӨҮЕНӘН ДӘ САФЫРАҠ, ИХЛАСЫРАҠ, МӘРХӘМӘТЛЕРӘК ТОЙҒО ДОНЪЯЛА БАРМЫ ИКӘН? ЮҠТЫР. ШУҒА ЛА ҒӘЗИЗДӘРЕБЕҘҘЕҢ ҠӘҘЕРҘӘРЕН БЕЛӘЙЕК, ИХТИРАМ ИТӘЙЕК, РӘНЙЕТМӘЙЕК!