-28 °С
Болотло
Радий Хәбиров опекундарға баланы ҡарауға түләү күләме тураһында документҡа үҙгәрештәр индерҙе. Закон республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
2023 йылдың 1 ғинуарынан өс йәшкәсә бала өсөн түләүҙең күләме айына - 9 428 һум, ошо йәштән өлкәнерәктәр өсөн 9 066 һум була. Сумма район коэффициентын иҫәпкә алып күрһәтелгән.
Һуңғы тапҡыр түләүҙең күләме 2021 йылда артҡайны. Ул саҡта өс йәшкәсә баланы ҡарауға сумма - 7 143 һумға, өс йәштән өлкәнерәктәрҙеке 6 868 һумға тиклем арттырылды.
Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=детей%20под%20опекой&p=1&pos=43&rpt=simage&img_url=http%3A%2F%2Fi.jauns.lv%2Ft%2F2017%2F11%2F03%2F1255489%2F1000x620.jpg%3Fv%3D1509718847&lr=172