Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 08:07

Ауырлы ҡатындар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе нисек алырға?

Йыл башынан алып был түләүҙәрҙе финанслауға Пенсия фонды 292 миллион һум аҡса йүнәлткән.

Ауырлы ҡатындар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе нисек алырға?Ауырлы ҡатындар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе нисек алырға?
Ауырлы ҡатындар өсөн айлыҡ түләүҙәрҙе нисек алырға?

Йөклөлөктөң тәүге айҙарында уҡ медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ пособие - килеме түбән булған ғаиләләргә ярҙам сараларының береһе. Пособие йөклөлөктөң тәүге 12 аҙнаһында медицина ойошмаһына иҫәпкә торған ауырлы ҡатындарға тәғәйенләнә.

Башҡортостанда йөклө ҡатын өсөн пособие күләме айына 6 600 һум тәшкил итә. Йыл башынан алып был түләүҙәрҙе финанслауға Пенсия фонды 292 миллион һум аҡса йүнәлткән.

Түләү тәғәйенләгәндә мохтажлыҡҡа комплекслы баһа ҡулланыла. Йән башына төбәк йәшәү минимумынан (Башҡортостан Республикаһында - 12 110 һум) артмаған килемдәрҙән тыш, ғаилә мөлкәте лә иҫәпкә алына. Пособие түләү ғаилә хәленә һәм ҡатындың үҙенең эш фактына бәйле түгел.

Быйыл апрелдән "Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында" федераль законға төҙәтмәләр көсөнә инде, уларға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарға, мохтажлыҡты баһалауҙың яңыртылған ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып, йөклөлөк буйынса айлыҡ пособие тәғәйенләүҙәре мөмкин.

"Ошо ваҡыттан башлап республикала 6 499 ҡатын-ҡыҙ Пенсия фондында тейешле пособие юллаған", - тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Бынан тыш, пособиеға ғариза биреү ваҡыты киңәйтелде. Хәҙер ҡатын 12-се аҙнанан һуң теләһә ниндәй ваҡытта пособие һорап мөрәжәғәт итә ала. Аҡсаны Рәсәй Пенсия фондына ғариза биргән айҙан түгел, ә медицина ойошмаһында иҫәпкә торғандан һуң түләйҙәр.

Түләүҙе нисек юлларға?

Аҡса алыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон ғариза бирергә йәки йәшәгән урын буйынса Рәсәйҙең Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Ғаризаны ғына бирергә кәрәк. Пенсия фонды ведомство-ара эш итеү сиктәрендә тейешле органдарҙан һәм ойошмаларҙан кәрәкле документтарҙы үҙ аллы һораясаҡ.

Ғаиләлә хәрбиҙәр, ҡотҡарыусылар, полицейскийҙар йәки башҡа көс ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре булған, шулай уҡ кемдер стипендия, грант һәм ғилми йәки уҡыу йортоноң башҡа түләүҙәрен алған осраҡта ғына килем хаҡында мәғлүмәттәр бирергә кәрәк.

Ғаризаны ҡарау 10 эш көнөн ала. Айырым осраҡтарҙа максималь ваҡыт 30 эш көнө тәшкил итә.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=беременные%20женщины%20на%20улице&from=tabbar&pos=1&img

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас