

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Кантюковка ауылында балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансығы асылған.
«Республикабыҙҙа йәмғиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүсе, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө проекттар уңышлы эшләп килә. Улар рәтендә «Айыҡ ауыл» конкурсы мөһим урын биләй.
Стәрлетамаҡ районы был әһәмиәтле конкурста йыл да әүҙем ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, элекке йыл Күсәрбай ауылы Урта тораҡ пункты категорияһында 1-се урын яулап, 5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Һөҙөмтәлә, балалар өсөн бынамын тигән уйын майҙансығы төҙөлдө, яңы ҡоймалар ҡуйылды, ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре атҡарылды, йәйге сәхнә төҙөлдө.
Һәр яҡлап уйланылған был маҡсатлы конкурс бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
«Айыҡ ауыл-2021» конкурсында иһә Ҡантүккән, йәғни Кантюковка ауылы үҙ иңдәренә алды һәм уңышлы атҡарып сығып, бәләкәй тораҡ пункттары араһында 3-сө урын яуланы һәм аҡсалата грант алды.
Был финанс сараларына балалар өсөн заманса уйын майҙансығы төҙөлдө.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-109622739_58241