

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсиялары 4,8 процентҡа индексациялана. Был хаҡта 25 ноябрҙә Федерация Советында «парламент диалогы» барышында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе.
Хеҙмәт министрлығы башлығы 2022 йылда тәүге тапҡыр президент ҡарары буйынса 1 июндән пенсияларҙы 10% тиклем индексациялау булғанын иҫкә төшөрҙө.
"Әле ғәмәлдәге ҡануниәттә (ғинуарҙа һәм июндә - ИФ) ҡаралған ике этаплы индексация йомғаҡтары буйынса, пенсияларҙың дөйөм үҫеше 2022 йылдың 1 ғинуарына һәм 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияларҙы сағыштырғанда 15,3% тәшкил итә", - тине Антон Котяков.
Бынан алда декабрҙә пенсионерҙарҙың бер өлөшө икеләтә пенсия аласағы тураһында хәбәр ителгәйне. Был ғинуарҙағы байрамдарҙа банктар һәм почта бүлексәләренең эшләмәгән көндәре менән бәйле. Шуға күрә пенсияһы 8-енә тиклем алған пенсионерҙар түләү ваҡытынан алдараҡ аласаҡ.
"Башинформ".