

«Республикабыҙҙа йәмғиәтебеҙҙең киләсәген хәстәрләүсе, социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө проекттар уңышлы эшләп килә. Улар рәтендә «Айыҡ ауыл» конкурсы мөһим урын биләй. Стәрлетамаҡ районы был әһәмиәтле конкурста йыл да әүҙем ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, элекке йыл Күсәрбай ауылы Урта тораҡ пункты категорияһында 1-се урын яулап, 5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Һөҙөмтәлә, балалар өсөн бынамын тигән уйын майҙансығы төҙөлдө, яңы ҡоймалар ҡуйылды, ауыл мәҙәниәт йортонда ремонт эштәре атҡарылды, йәйге сәхнә төҙөлдө. Һәр яҡлап уйланылған был маҡсатлы конкурс бер кемде лә битараф ҡалдырмай. «Айыҡ ауыл-2021» конкурсында иһә Ҡантүккән, йәғни Кантюковка ауылы үҙ иңдәренә алды һәм уңышлы атҡарып сығып, бәләкәй тораҡ пункттары араһында 3-сө урын яуланы һәм аҡсалата грант алды. Был финанс сараларына балалар өсөн заманса уйын майҙансығы төҙөлдө. 24 ноябрҙә , балалар һәм йәштәр өсөн уйын һәм спорт майҙансығы асыу тантанаһы үтте. Кантюковка ауылы халҡы күптән көткән сарала олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалманы. Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашып, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы ҡоролтайы рәйесе Эльвера Иманғолова, муниципаль район Советы сәркәтибе Люциә Шәйәхмәтова, Наумовка ауыл советы биләмәһе башлығы Денис Чиликин, Наумовка ауыл советы биләмәһе депутаты Фәриҙә Кантюкова, «Суфия» мәсетенең имам-хатибы Рәмил хәҙрәт ҡотлап үттер һәм изге теләктәрен еткерҙе. Эльвера Ғүмәр ҡыҙы айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, ауыл халҡының физик һәм рухи-әхлаҡи сәләмәтлеген тергеҙеү маҡсатын күҙаллаған «Айыҡ ауыл» республика конкурсы илебеҙҙәге иң юғары һәм маҡсатлы конкурстарҙың береһе, тип билдәләп үтте. Ә инде сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеп йәшәгән берҙәм Кантюковка ауылы халҡына артабан да уңыштар теләне. Балалар уйын һәм спорт майҙансығы һәр саҡ гөрләп торһон, кескәйҙәрҙең шат, көләс тауыштарына күмелһен», — тип яҙа стәрлетамаҡтар.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.