+22 °С
Ямғыр


Силәбе өлкәһе башҡорттары йәштәре берекмәһе төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Силәбелә заманса башҡорт кейеме бренды үҫеш ала.
«Үткәнебеҙгә нигеҙләнеп, йәштәр стилле кейемдәр, әйберҙәр булдыра, уларҙы көндәлек тормошта ла ҡулланырға мөмкин», - тиелә яҙмала. Араларында, мәҫәлән, «Француз яулығы» банданаһы, «Ҡурай» значогы бар.
Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ