Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 15:50

Шайморатов исемендәге батальон яугире дошманды әсирлеккә алған

Дүрт яугирҙән торған разведка төркөмө, шул иҫәптән Ренат Алиев...

Шайморатов исемендәге батальон яугире дошманды әсирлеккә алғанШайморатов исемендәге батальон яугире дошманды әсирлеккә алған
Шайморатов исемендәге батальон яугире дошманды әсирлеккә алған

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны взводы командиры Ренат Алиев ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән — дошманды әсирлеккә алған.

Дүрт яугирҙән торған разведка төркөмө, шул иҫәптән Ренат Алиев Украина Хәрби көстәренең ете кешенән торған диверсия-разведка төркөмөнә барып юлыҡҡан.

Кесе сержант Ренат Алиев оборона тотҡан. Алты дошман һалдаты юҡ ителгән, берәүһен Ренат ҡоралһыҙландырып, штабҡа алып ҡайтҡан.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас