Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 05:37

Бөгөн - Юристар көнө

Юрист профессияһының төп маҡсаты – законлы ғәҙеллек булдырыу.

Бөгөн - Юристар көнөБөгөн - Юристар көнө
Бөгөн - Юристар көнө
Бөгөн, 3 декабрҙә, Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә. Байрам 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән ҡабул ителгән. Быға тиклем Рәсәйҙә юристарҙың бер ниндәй ҙә байрамдары булмаған.
Юрист профессияһының төп маҡсаты – законлы ғәҙеллек булдырыу. Донъяла шул тиклем яуаплы, хөрмәтле, абруйлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һөнәрҙәр күп түгел. Закондарҙың мотлаҡ үтәлеше, дәүләттең йәшәйеше һәм хоҡуҡи ойошторолоуы тап судьялар һәм адвокаттарҙан, прокурорҙар һәм приставтарҙан тора.
Бала хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә юристар ҙур роль уйнай: бәлиғ булмаған балаларға һәм уларҙың законлы вәкилдәренә хоҡуҡтары тураһында консультациялар бирә, документтар әҙерләүҙә ярҙам итә, билдәләнгән осраҡтарҙа бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын судта яҡлай.
 
Шулай уҡ 3 декабрҙә РФ Президенты 2009 йылда раҫлаған йыл һайын бирелеүсе «Йыл юрисы» юғары юридик премияһы тапшырыла. Ул биш йүнәлеш буйынса бирелә: «Юридик фәнгә индергән өлөшө өсөн», «Хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге», «Хоҡуҡи белем биреү», «Закондар сығарыуҙы үҫтереү» һәм «Юридик белем һәм тәрбиә».
 
Һеҙҙе Юристар көнө менән ҡотлайбыҙ! Бөтә кешеләр именлегенә законды яҡлау өсөн ҡарарҙарҙа көс, зирәклек һәм ғәҙеллек теләйбеҙ! 
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас