

Башҡортостанда 83 йәшлек инәй шишмәне төҙөкләндергән һәм музей ойошторған
Һәр кешенең уға «көс биргән урыны» бар. Күңелеңде тынысландырыу өсөн ял итергә ҡабат-ҡабат килергә теләгән айырым урын ул.
Беҙҙең «Ярҙам — изге эштәр ваҡыты» проекты геройы — 83 йәшлек Зинфира Зәйҙуллина өсөн шундай көс, дәрт биреп тороусы урын — Башҡортостандың Шаран районындағы үҙе тыуып үҫкән Күгәрсен-Бүләк ауылындағы шишмә.
«Минең өсөн был иҫтәлекле урын. Бала саҡта бында әсәйем менән килеп кер йыуа инек. Ә мин ошолай ғына инем – үҙен ни тиклем бәләкәс булыуын күрһәтә – һигеҙ йәш тирәһе булғандыр, әсәйемә ярҙам итә торғайным, ти.
Зинфира Зәйҙуллина өсөн тыуған төйәгендә урынлашҡан шишмә бик ҡәҙерле. Ауылдаштары был шишмәне тере хәтер булараҡ ҡәҙерләй.
— Элек бында кешеләр «тере һыу» өсөн килгән. Шишмәне бер кем дә үтә урап үтеп китә алмаған, уның гәлсәр һыуы көс биргән. Әммә ваҡыт үтеү менән һәр кеше тиерлек ихатала ҡоҙоҡ тота башлаған һәм шишмә яйлап онотолған, — ти Түбәнге Зәйет ауылы хакимиәте башлығы Илдар Шәкиров.
— Шишмә ташландыҡ хәлдә ҡалған, үлән менән ҡапланған. Һәм уға барыу ҡатмарлашҡан. Йырындан аҡҡан йылға аша иҫке күпер бик хәүефлегә әйләнде, тип бүлешә ауыл халҡы.
Әммә Зинфира инәйҙе ауыл шишмәһенең ҡорой башлауы хафаға һалған.
«Күңелем әрнене, мин уны тергеҙергә, икенсе ғүмер бирергә теләнем...» — ти ул.
«Йылғаның башҡа урынында ҡуйылған күперҙе шишмәгә күсерҙек»,– ти ауыл хакимиәте башлығы. — Был идеяны Зинфира апай еткерҙе. –Күпер төҙөк, бер аҙ йүнәтеп кенә ебәрер кәрәк ине. Ә элекке урында уның кәрәге юҡ ине.
– Бында ул ҡойоп ҡуйғандай йәм биреп тора, – тип өҫтәй инәй.
Зинфира Зариф ҡыҙы бар йыйған аҡсаһын шишмәне, тирә-яғын төҙөкләндереүгә һалған. Һәм тиҙҙән бында беседка барлыҡҡа килгән, матур ҡыуаҡтар ултыртылған. Ә шишмә буйы ауыл халҡы өсөн матур ял итеү урынына әүерелгән.
Зинфира Зариф ҡыҙының йәшәү дәртенә һәм рухи көсөнә һоҡланырлыҡ. Ике йыл элек ул ихатаһында «Табыш» тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштора.
«Совет тормошо, ҡала һәм ауыл халҡы тормошо әйберҙәренең уникаль коллекцияһы бар. Бында уҡыусыларҙы алып киләбеҙ. Ә инде борон олатай-өләсәйҙәренең, ата-бабаларының нисек йәшәгәнен улар үҙ күҙҙәре менән күрә», — ти ауыл хакимиәте етәксеһе Илдар Шәкиров.
— Бында совет уҡыусыһының формаһы. Шуны хәтерләйһегеҙме? Инәй һорай. Юҡтыр, йәшһеңдер. Ә был гимнаст костюмы, армия котелоктары — һурпа, сәй өсөн. Һуғыш юлын үткән беҙҙең ауылда йәшәүсе яҡташыбыҙ, үлер алдынан миңә ошоларҙы тапшырҙы.
Зинфира инәй һәр әйбер тураһында бар күңелен биреп һөйләй.
— Ә был улпыч — көнкүрештә кәрәкле әйбер. Унда иң өҫкө кәштәлә иләнгән ондо һаҡлағандар.
Музейҙа 300-ҙән ашыу экспонат бар. — Ә һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә? — тип һорайым.
«Әлбиттә, байраҡ», — тип инәй ипләп кенә ҡыҙыл төргәкте асып ебәрҙе.
Зинфира Зариф ҡыҙы ғүмере буйы тыуған колхозында һауынсы булып эшләй.
— Беҙ дүрт сменала эшләнек, ҡайһы саҡта һуң, ҡараңғыла ҡайтырға тура килде. Ауылда бер өйҙә лә яҡтылыҡ юҡ, ә беҙ саҡ ҡайтып ҡына барабыҙ. Шулай эшләргә тура килде. Ауыр булды, әммә зарланманыҡ, — тип хәтерләй ул.
Хәтерләүенсә, Зинфира Зариф ҡыҙы мәктәп йылдарында һәр саҡ нимәлер яҙған: стена гәзите, һуңыраҡ ул «Хәрби бит»те сығара. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа ныҡлап тотона. Үҙенең ике шиғыр йыйынтығын баҫтырып сығарған. Киләһе китабын сығарырға ниәтләй.
– Шиғырҙарығыҙ нимә хаҡында?
– Тормош тураһында, мин бит оҙон ғүмер кисерҙем, – ти инәй. — Дуҫтарым, балаларым хаҡында.
Зинфира Зариф ҡыҙының биш балаһы, ун ике ейән-ейәнсәре һәм биш бүлә-бүләсәһе бар. Улар бөтәһе лә бергә уның янына килһә – йортта байрам. Ә баҡсала эш ҡайнай. Ә унан һуң ошо күңелле коллаждар барлыҡҡа килә. Уларҙы Зинфира Зариф ҡыҙы үҙе уйлап таба.
– Өләсәйемдең өйөнә килергә яратам, – тип бүлешә ейәнсәре Регина. – Мин бәлеш, ҡоймаҡ еҫен, бөтнөк менән сәй еҫен яратам, әйтерһең дә, кире бала саҡтың бәхетле мөхитенә сумаһың.
– Нәнәй, оҙаҡ йәшә! Һине шул тиклем яратам! – Регина өләсәһен ныҡ итеп ҡосаҡлай.
Беҙ яңы проектыбыҙҙа республикабыҙ киңлектәрендә йәшәгән һәм изге эштәр ҡылған ябай кешеләр хаҡында һөйләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. «Ярҙам – время добрых дел» рубрикаһындағы ҡыҙыҡлы тарихтарҙы күҙәтеп барығыҙ.
«Ярҙам – время добрых дел» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.
Лиана Хамматова
Фото: Лариса Андреева, автор.
Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/3647-bashortostanda-83-jshlek-inj-shishmne-tklndergn-m-muzej-ojoshtoran/