Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 16:19

Өфөлә "Башҡортостан һылыуҡайы-2022" матурлыҡ конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Өфөлә "Башҡортостан һылыуҡайы-2022" матурлыҡ конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булдыӨфөлә "Башҡортостан һылыуҡайы-2022" матурлыҡ конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды
Өфөлә "Башҡортостан һылыуҡайы-2022" матурлыҡ конкурсы еңеүселәренең исемдәре билдәле булды

6 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостан һылыуҡайы-2022» республика матурлыҡ бәйгеһенең финалы уҙҙы.

"Башинформ"ға модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова хәбәр итеүенсә, проектта төрлө категорияларҙа 43 һылыуҡай ҡатнашты: һылыуҡай (кейәүҙә түгел), һылыуҡай (балалары менән кейәүҙә), Йәш һылыуҡай (14-17 йәш) һәм кескәй һылыуҡай (5-13 йәш). Еңеүселәр:

Мисс - Диана Мөхәмәтханова, 21 йәш

Миссис - Диана Ғәбитова, 36 йәш

Юная Мисс - Серкова Виктория, 15 йәш

Маленькая мисс - Дульдий Екатерина, 10 йәш.

Бәйгеселәр визитка, бейеү этабы, интеллектуаль тур кеүек бәйгеләрҙә көс һынашты. Кескәйҙәр үҙҙәренең ижади номерҙарын күрһәтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса барлыҡ конкурста ҡатнашыусылар ҙа номинацияға лайыҡ булды, бөтәһе лә матур таждар, наградалар һәм приздар менән бүләкләнде. Бынан тыш, конкурс еңеүселәре бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарында, таланттар фестивалдәрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Автор:
Читайте нас