Шоңҡар
-3 °С
Облачно
Йәмғиәт
7 Декабря 2022, 10:37

Күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған

Бөгөн иртән  Иглин районының Көҙөй ауылында йорт янып китә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарғанКүршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған
Күршеләре әсәнең һәм балаларының ғүмерен ҡотҡарған

Бөгөн иртән ашығыс хеҙмәттәргә Иглин районының Көҙөй ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ваҡиға урынына тиҙ арала Урман ауылының, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Хужабикә лә, уның ике балаһы ла иҫән. Күршеләре уларҙы ишек шаҡып уятҡан», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Өйҙән көл-күмер генә ҡалған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас