+21 °С
Болотло


Бөгөн, 11 декабрҙә, Өфө мэрияһында боҙ ҡаласыҡтарын асыу тураһында һөйләнеләр. Быйыл ҡалала уларҙың һаны 10-ға етәсәк. Тәүге тантаналы шыршылар 23 декабрҙә Ленин исемендәге майҙанда һәм Өфө балалар филармонияһы алдында үткәрелә. Һуңғы боҙ ҡаласығы 27 декабрҙә Мөбәрәков урамындағы Йәш армиясылар скверында асыласаҡ.
Өфө хакимиәтендә һөйләүҙәренсә, ҡаласыҡтар 9 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.
Боҙ ҡаласыҡтарын асыу теҙмәһе. Фото: Город Уфа / T.me