Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
14 Декабрь 2022, 07:33

Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды

Исемле стипендия Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттарына йыл һайын тәғәйенләнә.

Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылдыБашҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды
Башҡорт теле көнөндә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырылды

Бөгөн, 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, Радий Хәбиров Өфөлә 2006 йылда булдырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендиялар тапшырҙы. 

Ул Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттарына йыл һайын тәғәйенләнә. Исемле стипендияға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Сюзанна Аракелян, Айгүзәл Мортаева һәм Юлиә Бураҡова лайыҡ булды.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия күләме урта махсус уҡыу йорттарында - 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум тәшкил итә. Киләһе йылдан уның күләме 5000 һум була, тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

Белешмә:Башҡорт теле көнө Башҡортостан Башлығы указына ярашлы 2019 йылдан билдәләнә.  14 декабрь  - бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө.

Автор:
Читайте нас