Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 07:47

Уҡыусылар, иғтибар!

2023 йылда Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уҙғарыу ваҡыты билдәле . 

Уҡыусылар, иғтибар!Уҡыусылар, иғтибар!
Уҡыусылар, иғтибар!

Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин 2023 йылда Берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарын уҙғарыу ваҡытын иғлан итте.

2023 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу осоро – 20 марттан 19 апрелгә, төп осор – 26 майҙан 1 июлгә, өҫтәмә осор – 6 сентябрҙән 19-ына тиклем.

26 майҙа төп осор география, әҙәбиәт һәм химия буйынса һынауҙар менән асыла. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ, шулай уҡ сит телдәрҙән имтихандың «Аралашыу» бүлеге өсөн икешәр көн ҡаралған. Сит телдәр буйынса имтихандың «Аралашыу» бүлеген – 16 һәм 17 июндә, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары буйынса БДИ-ны 19 һәм 20 июндә үткәреү планлаштырыла.

Беренсе мотлаҡ фәнде, рус телен, сығарылыш уҡыусылары 29 майҙа тапшыра. База һәм профиль кимәлендәге математика буйынса икенсе мотлаҡ имтихан бер көндә – 1 июндә була.

5 июндә – тарих һәм физика, 8 июндә – йәмғиәтте өйрәнеү, 13 июндә биология һәм сит телдәрҙән имтихан үткәрелә.

Туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханын уҙғарыу ҙа өс осорға бүленгән: ваҡытынан алда (21 апрелдән 16 майға), төп (24 майҙан 1 июлгә) һәм өҫтәмә (4 сентябрҙән 23-нә тиклем). 2023 йылда имтихандарҙың төп осоро 1 июлдә тамамлана.

Мәғариф министры һүҙҙәренсә, берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғаризаны – 1 февралгә, ә төп дәүләт имтиханына 1 мартҡа тиклем бирергә мөмкин.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас