+21 °С
Болотло


Рәсәй Оборона министрлығында хәрби комиссарҙың хәрби хеҙмәт ваҡытын оҙайтыу тураһында ғаризаларын кире ҡаҡтылар.
"Әлеге ваҡытта Оборона министрлығы саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәт ваҡытын үҙгәртеүгә ҡағылышлы Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендәге бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр тәҡдим итмәй", - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Федераль закондың 38-се статьяһы менән, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәр өсөн хәрби хеҙмәт ваҡыты 12 ай тәшкил итә, тип билдәләнде Рәсәйҙең Оборона министрлығында.